Главная » Произведения » Мажит Гафури » Стихи |
Былбыл кеүек, наҙлы гөлдәй матур,
Нурҙан яҡты, һөйгән кескенәм! Һин һыҙланһаң, "уф" тип ауырһынһаң, Өҙөлөп-өҙөлөп китә эскенәм. Һин илаһаң нәҙек тауышың менән Һәм күренһәң йәшле күҙ менән Йөрәгемә сәнскәндәй була Төрлө яҡтан осло беҙ менән. Ай сабыйҡай, гөлкәй! Кемдер түҙер Йөрәктәргә үткән аһына. Һинең өҙөлөп-өҙөлөп һөйләүҙәрең Тоҙ һипкәндәй йөрәк ҡаныма. 1923 Хәлит — М. Ғафуриҙең улы (1919—1935) Стихи ко Дню Победы | |||
| |||
Прочитано 1685 раз(а) Перейти к содержанию: Мажит Гафури, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |