Главная » Произведения » Мустай Карим » Стихи |
Кешеләргә яман төштәр керә...
Имеш, ерҙе атом уртәгән, Океандарҙы быуға әйләндергән, Тауҙарҙы саң итеп күтәргән. Кешеләргә яман төштәр керә... Хаким булған, имеш, диуана, Ә ғалимдар, диуананы хуплап; "Аҡыл эйәһе!" — тип ҡыуана. Кешеләргә яман төштәр керә... Һөйөү әүерелә хатаға, Дуҫ тигәне хаин булып сыға, Ул хыянат итә атаға... Кешеләргә яҡшы төштәр керә... Ерҙә, имеш, асыу, шиктәр юҡ, Ил сиктәре бөткән, кешеләрҙең Йөрәк араһында сиктәр юҡ. Кешеләргә яҡшы төштәр керә... Аҡыл менән намыҫ — тәхеттә, Ә ахмаҡлыҡ тере мәйет булған, Яуызлыҡ һәм ялған — ләхеттә. Кешеләргә яҡшы төштәр керә... Бар ғашиҡтар берсә ҡауышҡан, Ул — атаны, ҡыҙ әсәне таный, Бөтә аҙашҡандар табышҡан. Кешеләргә төрлө төштәр керә — Һорап тормай керә — төн менән. Ямандары төштә генә ҡалһын, Яҡшылары булһын өн генә. 1964 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 4445 раз(а) Перейти к содержанию: Мустай Карим, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |