Главная » Произведения » Мустай Карим » Стихи |
Ваҡыттарҙы, араларҙы
Еңмәк булып ҡабаландым. Еңмәҫ борон, саңдар ҡағып, Оран һалып, һауаландым. Йәнәһе лә мин әжәлһеҙ, Ҡояшҡаса һалам күпер, Мин башлаған утлы юлдар Йыһандарҙы ярып үтер. Иркем булғас, тарихтарҙы Меңәр йылға йәшәрттем мин. Хыялымда кешеләрҙе Киләсәктә йәшәттем мин. Күп алыштым, күп бирештем Был тормоштоң ағымында. Баҡһаң икән, сәбәләнәм Заманымдың ҡарынында. 1988 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 6000 раз(а) Перейти к содержанию: Мустай Карим, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |