Главная » Произведения » Мустай Карим » Стихи |
О мөхәббәт! Күпме йыуаштарҙы
Батыр яһап, солтан ир иттең. Саҡма таштай ҡаты ҡатындарҙы Балауыҙҙан былай иреттең. О мөхәббәт! Күпме сәсән ирҙе, Мәжнүн яһап, телһеҙ тилмерттең, Телдән яҙған өнһөҙ ҡатындарға Һандуғастай һайрар тел бирҙең. О мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙы Донъя тамуғында яндырҙың. Аҙмы исемдәрҙе, күккә яҙып, Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың. 1973 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 14036 раз(а) Перейти к содержанию: Мустай Карим, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |