Главная » Произведения » Мустай Карим » Стихи |
Ғашиҡтар, һеҙгә өндәшәм —
Юҡ-барға йән ҡыйнашмағыҙ. Боҙолошоу — сирек әжәл. Әжәл менән һынашмағыҙ. Араларға ышанмағыҙ, Ваҡыттарға таянмағыҙ. Айырылышыу — ярты әжәл. Әжәл менән шаярмағыҙ. Ә шулай ҙа, һөйөү барҙа, Төҙәлмәҫтәй яралар юҡ. Һөйөү һүнһә, кеше үлә. Әжәлдәрҙән саралар юҡ. 1977 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 10071 раз(а) Перейти к содержанию: Мустай Карим, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |