Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи |
Тал сыбыҡтай һомғол буй-һыныңды,
Күҙҙәреңдең моңһоу ялҡынын Нисек күрмәҫкә һуң, күҙем булып, Әйтсе, һылыу, етмәй аҡылым! Юҡ, бәхет тә һинән һорамайым, Юҡ, наҙлау ҙа һинән көтмәйем. Үҙем наҙлап, үҙем һөйөр инем,— Юҡ, быға ла баҙнат итмәйем. Тик һоҡланғым килә оҙаҡ-оҙаҡ, Ситтән генә һине күҙәтеп: Ниндәй килешә һиңә сәскә йыйыу, Эйелеүең сәскә өҙәм тип!.. Һин үҙең дә умырзая мәллә — Умырзая тулы аҡланда? Ҡағылырға хатта ҡулым бармай, Кит, күңелем, кит һин, һоҡлан да!.. 1960 Стихи ко Дню Победы | |||
| |||
Прочитано 2820 раз(а) Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |