| Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи |
Башкирский Сайт теперь вконтакте,
Һинең алда тамсы ғәйебем юҡ...
|
Тик һөйөүем ғәйеп булмаһа? Ышанысты улай алдамайҙар, Хаҡ һүҙ әйтһәң — миңә шул баһа. Һөйҙөм һине өнһөҙ, өмөтһөҙ мин, Булмағандыр, бәлки, еңелдән: Йылға түгел, гүйә, ярҙар аҡты, Аҡтарылып, янған күңелдән. Әммә мин ғорур ҙа була беләм: Әйләнермен бер таш ҡаяға. Тик баш эймәм һай холоҡло һыуға, Булыр әле ташты аяған... 1961 Стихи ко Дню Победы | |||
|
| |||
Прочитано 3054 раз(а) Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи
| |||
| Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |
