Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Четверг, 21.11.2024
Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Арыш икмәге


Йырым — ҡай саҡ әрем тәме әйткән
Көйөп бешкән арыш икмәге,
Мамыҡтай аҡ,
Йомшаҡ ҡалас һымаҡ,
Юҡ шәрбәтең һинең,
Юҡ мәгең...
Үҙем кеүек көл-күмергә буяп,
Аунатҡан бит ауыл мейесе,
Ниңә һуң мин һине яҙам әле?
Кем өсөн һуң?
Әйтсе, ни өсөн?
Белмәйем дә ҡай саҡ...
Ләкин яҙам!
Яҙам һине, үҙең яҙылғас.
Ауырлы мин көн-төн һинең менән,
Еңелерәк миңә һин тыуғас:
Оҙон юлға сыҡҡан берәүгә, тим,
Булмаһа ла таты һәм мәге,
Ярап ҡалыр, бәлки, асыҡҡанда,
Көйөп бешкән арыш икмәге.

1962



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
хлеб
Прочитано 9286 раз(а)
Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]