| Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи |
Башкирский Сайт теперь вконтакте,
Артыңдан ҡысҡырыу
|
карабың,
Мин, балыҡтай, ярҙа дулап ҡаламын.
Һуңғы карап китеү менән, бит бергә
Һыу ҙа ярын ташлап китәғүмергә.
Шығырҙатып айғолағынҡомдарҙың
Һығып алған һары һағышҡомары
Һөйәккәсә ҡояш өткән тәнемде,
Һурып алған тәнемдәгейәнемде.
Бер ҡасан да инде ташмаҫбыл һыуҙар,
Беҙҙе тағы ҡауыштырмаҫярһыуҙар.
Алып китә, алыҫ китәкарабың
Ярҙа дулап, эсәм һуңғы шарабың... 1962 Стихи ко Дню Победы | |||
|
| |||
Прочитано 4113 раз(а) Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи
| |||
| Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |
