Главная » Произведения » Зайнаб Биишева » Стихи |
Ғәзизгә Нисә тапҡыр япраҡ-ҡарҙар яуа. Нисә тапҡыр томһа ҡыш килә. Нисә тапҡыр ҡояш, ситкә ҡасып, Тау артынан ҡырыҫ һирпелә. Ә мин һаман дуҫмын ошо ҡышҡа, Һаман ул тип өҙөләм, яратам. Ул ни хәтле томһа, ҡырыҫ булһа, Мин шул хәтле һөйәм, йән атам. Сөнки тоям һалҡын ҡыш күкрәге Вулкандарҙан ҡыҙыу икәнен, Сөнки тоям был күкрәктә изге, Саф теләкле йөрәк типкәнен. 1960 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 12479 раз(а) Перейти к содержанию: Зайнаб Биишева, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |