Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи |
Яҙ яҙа шиғырҙарын: Ел ҡәләме елеп йөрөй, Һирһеп ҡояш нурҙарын. Яҙ шиғырын илһамланып Уҡый ҡоштар, йылғалар. Хатта, иреп, тау-таштар ҙа Күҙ йәше ағыҙалар!.. Яҙ йырсы ул, яҙ рәссам ул, Төрлө моң, өн, буяу ул. Яҙ йоҡламай, ижад итә, Һин дә, шағир, уяу бул. 1961 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 4306 раз(а) Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |