Главная » Произведения » Зайнаб Биишева » Стихи |
Ғүмер яҙың күптән уҙҙы, тиҙәр,
Ҡыраулы көҙ ҡағына түбәндә. Ял итергә ваҡыт. Нәүбәт етте... Эштәреңде ташла, теүәллә!.. Ышанмайым көҙгә. Яҙҙар даулап, Илем үрелә йыһан түренә. Алда яңы һырттар, бейеклектәр, Тантаналы шаңдаҡ күренә. Ышанмайым көҙгә. Ил йөрәген Тойған күңел тынмаҫ, һыуынмаҫ, Йырлай-көлә яҙҙан яҙға барыр. Юҡ, көҙ булмаҫ унда, көҙ булмаҫ. 1961 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 2999 раз(а) Перейти к содержанию: Зайнаб Биишева, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |