Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи |
Өс имәндең араһында үҫкән
Һылыу һынлы ҡайын шикелле, Өс ир бала араһында үҫтең Кинйә бала булып һин, һеңлем... Һин күрмәнең, һеңлем, һин белмәнең Ниндәй икәнен дә атайҙың. Тик бер әсәй генә, бөтә көсөн Беҙгә биреп, иртә ҡартайҙы. Һеңлем минең, уңған күбәләгем, Һиндә күрәм әсәй йәшлеген. Уның өсөн дә һин бәхетле бул, Был йәшлектең белеп ҡәҙерен. Кем булырға хыял итәһеңдер, Мәктәбеңде бөткәс, белмәйем. Кешеләрҙең ғүмерен йәшәртеүсе Доктор булыуыңды теләйем. 1954 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 4261 раз(а) Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |