Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 23.11.2024
Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Төштәр


Нисәмә йыл үткән, нисәмә йыл
Атай өйҙән сығып киткәнгә.
Күпме кәкүк ғүмер һанап киткән
Алыҫ яҙҙа һуғыш бөткәнгә...
Тик әсәйем һаман төштә күрә
Ҡайтып кермәҫ беҙҙең атайҙы.
— Ҡайтҡан, имеш, — тиеп һөйләй-һөйләй,
Көтә-көтә әсәй ҡартайҙы.
Бына бөгөн дә ул, сәйен яһап,
Төшөн һөйләй тағы — бер үк төш:
— Хас элекке төҫө... Кейеме лә
Үҙгәрмәгән, имеш, шул килеш...
Изге төштәр!.. Һис бер юрау, яуап
Табалмайһың һин был төштәргә.
Тик, теш ҡыҫып, тағы тотонаһың
Атайҙарҙан ҡалған эштәргә...
Нисәмә йыл үткән, нисәмә йыл! —
Сабыр, һаран, ҡайнар йәш менән...
Инде беҙ кермәһәк ине шулай
Һөйгән ҡатындарҙың төшөнә!

1961



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
Семья
Прочитано 6552 раз(а)
Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]