Бәхетем - Шайхзада Бабич, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 03.12.2016
Главная » Произведения » Шайхзада Бабич » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Бәхетем


Зәңгәр күк — тажым, сыбар ер — тәхетем,
Үҙем — азат йән, аҡ ҡояш — бәхетем.
Йондоҙҙар һәм ай — серсе дуҫтарым.
Һандуғас, турғай — йырсы ҡоштарым.

Сыҡһам сахраға, гөлдәр, үләндәр
Тәғзим итәләр, биреп сәләмдәр.
Йән сәсәктәрем, гөл ҡанаттарым,
Оса янымда күбәләктәрем.

Латиф ел — саба, тип: "Мәрхәба!.."
Һөйөп, иркәләп йөҙөмдән үбә.
Менһәм тауға, их, осайыммы һуң!..
Бөтә офоҡто ҡосайыммы һуң!

Гөлдәр йылмайған, ҡырҙар нурланған,
Бөтә ер-күге нурға сырмалған.
Шашам, ашҡынам... Шатланам сикһеҙ.
Азат мин, азат! Бәхетем офоҡһоҙ!

1916



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 1751 раз(а)
Перейти к содержанию: Шайхзада Бабич, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]