Афарин - Шайхзада Бабич, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Пятница, 24.03.2017
Главная » Произведения » Шайхзада Бабич » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Афарин


Афарин һеҙгә, ирек сулпандары!
Афарин, ысын изгелек солтандары!
Был ҡараңғы гүргә түнгән донъяның
Көн вә көн атмаҡта ысын таңдары.

Афарин, их... донъяға шатлыҡ килә,
Юйыла золмат, йылмайып аҡлыҡ килә;
Емерелә вәхшәт, хаҡһыҙлыҡ, золом;
Аҡрын, аҡрын нур сәсеп, хаҡлыҡ килә.

Шатланам мин, күкрәгем ташҡан кеүек.
Түҙә алмайым, һикеренәм, шашҡан кеүек.
Афарин, әй һеҙгә миллион афарин;
Нурлы истиҡбал яҡынлашҡан кеүек!

1917



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 1798 раз(а)
Перейти к содержанию: Шайхзада Бабич, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]