Әсәйемдең өгөтө - Даут Юлтый, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 10.12.2016
Главная » Произведения » Даут Юлтый » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Әсәйемдең өгөтө


"Тәрән йылға аға тауышһыҙ,
Һай йылғалар аға сылтырап;
Дошман аҡыллыһы хәүефһеҙ,
Иҫәр дуҫтарыңдан бул йыраҡ!"

Әсәм бирҙе миңә ул өгөттө,
Алыҫ илгә киткән сағымда,
Күкрәгенә ҡыҫып-ҡыҫып үпте,
Ҡат-ҡат әйтеп фираҡ таңында.

Ауырлыҡтар төшһә, шул һүҙҙәрҙе,
Ауыр һулыш алып, яд итәм;
Хазинамда булған аҫыл таш күк
Күкрәгемә уны беркетәм.

1913



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 1337 раз(а)
Перейти к содержанию: Даут Юлтый, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]