Ялкынланып яндым бер ваҡытта... - Мажит Гафури, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 10.12.2016
Главная » Произведения » Мажит Гафури » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Ялкынланып яндым бер ваҡытта...


Ялкынланып яндым бер ваҡытта,
Байтак кеше килде яҡтыма.
Ҡурҡам: яҡтым әҙ-мәҙ кәмей барып,
Етмәһен тип һүнер ваҡытына.

Кәүҙә әкренләп туҙа бара,
Йөрәк тибә, нәмәлер һиҙәм,
Элек ләззәт тапҡан нәмәләрҙән
Йыраҡлаша барам һәм биҙәм.

Ҡышҡа инһәм, нисә айҙар буйы
"Өй тотҡоно" булып торамын.
Үҙем өйҙә, әммә йыраҡларҙа
Йөрөй. Йыһан гиҙә уйҙарым.



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 601 раз(а)
Перейти к содержанию: Мажит Гафури, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]