Һалҡын шишмә - Рашит Нигмати, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 25.03.2017
Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Һалҡын шишмә


Йыр

Тауҙын арҡаһында,
Таңдың атҡанында,
Моңло йырҙар йырлай аҡ ҡайын.
Аҡ ҡайын янында,
Тап ҡояш алдында
Яңғыҙ ҡәбер ята һарғайып.
Шул ҡайын тауынан,
Шул ҡәбер янынан
Һалҡын шишмә аға сылтырап.
Шишмә тауышына,
Моңо-һағышына
Һоҡланалар икән йырсылар.
Шунда булған яуҙа
Ҡарт партизан ауған,
Күкрәк ҡаны ергә ҡойолған.
Ҡояш ҡайнар булған,
Ҡарт партизан шыуған
Йырлап аҡҡан шишмә буйына.
Һыу эскән һуҙылып,
Ҡан аҡҡан һыҙылып,
Һалҡын шишмә һыуын ҡыҙартып.
Ауыҙлығын ҡабып,
Ҡайғыларға ҡалып,
Ҡарап торған юрға туры аты.
Иптәштәре еңгән,
Ҡарт партизан үлгән.
Тау буйында ҡәбер ҡаҙылған.
Әкертен ел иҫкән,
Йыр йырлаған шишмә,
Залп бирелгән ҡайын тауында.
Шул ҡайын тауында,
Шул ҡәбер янында
Һалҡын шишмә аға сылтырап.
Шишмә тауышына,
Моңо-һағышына
Һоҡланалар икән йырсылар.

1939



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 3067 раз(а)
Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]