Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Вторник, 19.03.2024
Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Теләк


Башланып китте уҡыуҙар
"А" тигән хәреф менән,
Атайҙарығыҙ ҙа һеҙҙең
Башланы ана шунан.
"Я" тигән һуңғы хәрефкә
Барып етһәгеҙ бер саҡ,
Бөтә серҙәрен әйтергә
Асылыр һеҙгә китап.
Хәрефтәр беҙҙә күп түгел,
Ҡырҡҡа ла тулмай улар.
Тик шулар менән яҙылған
Һанап бөткөһөҙ томдар.
Шул хәреф менән яҙғандар
Пушкин һәм Горький бабай.
Шул хәреф менән үк яҙған
Маяковский ағай.
Шул хәреф менән яҙылған
Маркстың хеҙмәттәре.
Шулар менән үк яҙылған
Лениндың китаптары.
Өйрәтә ошо китаптар
Яҡты итергә көндө,
Төҙөргә матур тормошто,
Һөйөргә Тыуған илде.
Тырыш булығыҙ уҡыуҙа,
Тырышты һөйә белем.
Атаң шатланһын үҙеңә,
Ҡыуанһын Тыуған илең.

1945



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 10061 раз(а)
Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]