География дәресендә - Рашит Нигмати, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 25.02.2017
Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

География дәресендә


Быға саҡлы
беҙҙең Туймазыны
Күптәр ерҙә бар тип белмәгән.
Уҡытыусылар:
— Ҡайҙа Туймазы? — тип,
Уҡыусыға һорау бирмәгән.
Бына Баку.
География дәресе.
Бер уҡыусы карта янында.
Уҡытыусыһы уға бурыс ҡуйған
Икенсе Бакуҙы табырға.
Уның указкаһы
Волга буйлап
Үргә менә, уңға борола,
Һәм указка туҡтай
Ыҡ буйында —
Вышкалар күренгән урында.
— Бына,— ти уҡыусы,— һуғыш саҡта
Ошо ерҙә девон асылған.
Бөтә класс ышана:
сөнки уның
Указкаһы нефткә мансылған.


1952



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 2416 раз(а)
Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]