Салауат иптәш - Рашит Нигмати, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 10.12.2016
Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Салауат иптәш



Был иптәшкә ике йөҙ йәш инде,
Ә ул әле һаман үлмәгән.
Исемен дә уның, эштәрен дә
Заман да, тупраҡ та күммәгән.
Ике йөҙ йыл буйы
халҡы менән
Бергә атлап килә был батыр.
Ҡырҡ өсөнсө йылда
ул, танк булып,
Фашист армияһын ҡыйратты.
Ошо иптәште беҙ
танк итеп тә,
Йыр итеп тә бик ныҡ яраттыҡ.
Ҡырҡ өсөнсө йылда
ул, йыр булып,
Яуға өндәне беҙҙең һалдатты.
Иҙел аша ҡарап, һәйкәл тора.
Һағынам уны,
оҙаҡ күрмәһәм.
Ә күрҙемме, уға:
— Һаумы, иптәш,
Һаумы, замандаш! — тип өндәшәм.


1952



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
Воин
Прочитано 2479 раз(а)
Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]