Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Вторник, 19.03.2024
Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Тәүге декрет


Әле "Аврораның" туп көбәге
Һыуынып етмәгәйне был саҡта,
Дворецтарҙы штурмлаған "ура"
Яңрай ине әле ҡолаҡта.
Ә Смольныйҙа инде —
Советтарҙың
Съезы бара торған залында —
Халыҡтар юлбашсыһы
Ленин сыҡты
Тынған делегаттар алдына.
Һәм ошонан
донъя
Советтарҙың
Иң беренсе һуҙен ишетте:
Ер тыңланы
тыныслыҡ һәм хеҙмәт
Турындағы тәүге декретте.
...Йылдар үтте.
Дошман уттарынан
Нисә ҡыйратылды тыныслыҡ.
Беҙ һәр саҡта
тәүге декрет өсөн —
Тыныс хеҙмәт өсөн һуғыштыҡ.
Әгәр дошман,
тыныслыҡты боҙоп,
Тағы мәжбүр итһә һуғышҡа,
Һуғышырбыҙ.
Ләкин тәүге декрет
Һаман саҡырыр тыныс тормошҡа.


1955



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 3787 раз(а)
Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]