Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Вторник, 19.03.2024
Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Һеҙҙең менән Мәскәү һөйләшәсәк


Төн уртаһы инде.
Ҡала йоҡлай.
Һаҡсы булып йөрөй яңғыҙ ай.
Оҙон түгелдәр шул йәйге төндәр,
Йоҡлап өлгөрмәйһең, таң һыҙа.
Төн уртаһы.
Квартирала төн.
Бындай төндә йоҡо бик ҡаты.
...Ҡапыл
телефондың шылтырауы
Уны йоҡоһонан уятты.
Ул трубканы алды. Ул тыңланы,
Һәм яҡтырып китте йөҙҙәре.
Ул ишетте междугородныйҙан
Бер ҡыҙыҡайҙың асыҡ һүҙҙәрен.
— Һеҙҙең менән Мәскәү һөйләшәсәк,
Әҙер булығыҙ,— тине ҡыҙ уға.
Ул ни эшләргә лә белмәй торҙо
Һәм йүгерҙе битен йыуырға.
Битен йыуҙы.
Одеколон һөртөп,
Сәстәрен ул ҡырын тараны,
Яңы пижамаһын кейеп алды
Һәм кеҙгөгә барып караны.
— Кем һөйләшер?
Министрмы, заммы?
Эх, белмәй шул ул кем икәнен.
Тулҡынлана.
Тулҡынланма, иптәш,
Кем булһа ла... Мәскәү бит эле.
Һәм ул көтә.
Уның менән Мәскәү һөйләшәсәк...

1955



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 5487 раз(а)
Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]