Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Вторник, 19.03.2024
Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Киттеләр комсомолецтар


1

Херсон яландары.
Ялҡын. Ялҡын.
Ҡара көл булғандар үләндәр.
Туп гөрһөлдәй.
Комсомол ротаһы
Һиҙгер һаҡта ята күрәндә...
Сопка баштарында
әллә болот,
Әллә инде дары төтөнө.
Приморьела
комсомол отряды
Илде ҡурсый, утта өтөлөп.
Нева өҫтәрендә ҡуйы томан.
Күренмәйҙәр тулҡын-ағымдар.
Нева буйлап,
комсомол катеры
Йөрөп тора Питер һағында.
Һәм кешеләр
утлы шул көндәрҙә
Күп күрҙеләр ябыҡ ишекте,
Яҙыу әйтеп торҙо:
"Райком бикле,
Бөтәбеҙ ҙә фронтҡа беҙ киттек".


2

Ут эсендә ине Ватан,
Тыуған ер гөрләп янды.
Илде яуҙарға саҡырып,
Партия оран һалды.
Иң сыныҡҡан большевиктар
Башлап барҙылар алда...
Киттеләр комсомолецтар
Советтар өсөн яуға.
Яуға колонналар китте.
Йөрәктә — дәртле яныу.
"Уходили комсомольцы
На гражданскую войну".

1957



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
война
Прочитано 5712 раз(а)
Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]