Мәңгелек улы — ҡояш гел янһа ла... - Мустай Карим, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 10.12.2016
Главная » Произведения » Мустай Карим » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Мәңгелек улы — ҡояш гел янһа ла...


Мәңгелек улы — ҡояш гел янһа ла,
Ҡырҡ эшем ҡырылып ятып ҡалһа ла,
Һуғыр аҡтыҡҡы сәғәтем бер заман,
Һәм мин китеп тә барырмын донъянан.

Яҡтырыр һаман хәүефһеҙ был йыһан,
Ҡуҙғалмаҫ хатта ерҙәге бер туҙан.

Һуңғы юлға дуҫтар алып китерҙәр,
О, мин наҙлы, күтәреп үк илтерҙәр.
Күтәрһендәр! Тау хәтлеге йөктәрҙе
Тере саҡта эһ тә итмәй күтәрҙем.

Ергә киске эңер төшөп килгәндә,
Дуҫтар ҡайтып ултырырҙар бүлмәмдә.
Ҡараңғыла, һөртмәйенсә күҙ йәшен,
Берәү шул саҡ тыныс ҡына өндәшер:

— Арабыҙҙан тик бер кеше юғалды —
Ниндәй тулы донъя нисек буш ҡалды...

1948



Стихи ко Дню Победы
Прочитано 1090 раз(а)
Перейти к содержанию: Мустай Карим, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]