Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи |
Төҫө ҡасҡан. Һары буръяҡ баҫҡан,
Ни булған һуң бөгөн диңгеҙгә? Ел дә юҡ бит, ә ул ҡоторона! Ҡоторона шулай елһеҙ ҙә... Ситлектәге ас арыҫлан һымаҡ, Дулап йөрөй, һыймай ярына. Сал ялдарын сайҡап, асыу менән Ҡорбанынмы көтөп ярһына? Бер сабыйға әллә асыу итеп, Йоторғамы уны самалай?.. Ярҙа уға бер ҙә иҫе китмәй, Таш ырғытып йөрөй бер малай!.. 1961 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 5219 раз(а) Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |