Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи |
Донъя зәңгәр, донъя шундай зәңгәр —
Ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек! Был юлдарҙан тик бер үтер өсөн Ғүмерҙәрең буйы көтөрлөк!.. Ерҙе уйып сыҡҡан йәшел энә Тегә яҙға байрам күлдәген. Һин киләһең, юк, йөҙәһең, йырым, Һин — бер аҡҡош зәңгәр күлдәге. Ниндәй көс һуң тағы ҡауыштырҙы Беҙҙе шулай зәңгәр иртәлә? Беҙме әллә елде иркәләйбеҙ, Елме әллә беҙҙе иркәләй? Аяғыңды зәңгәр шишмә йыуа, Ниңә тулҡын түгел ҡулдарым? Беҙ килеп тә еттек. Юл да бөттө! Ниңә ҡыҫҡа былай юлдарым? Ҡайҙа зәңгәр сәскә? Юҡ шул әле!.. Мә, алып тор һин тал бөрөһөн. Тик бынан һуң тал да был донъяла Зәңгәр сәскә булып йөрөһөн! 1962 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 4111 раз(а) Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |