Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Понедельник, 20.11.2017
Главная » Произведения » Даут Юлтый » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Яҙғы өмөт


Ана, ҡалҡып килә күм-күк болот,
Көмөш тамсыларын һибергә,
Баш күтәргән матур сәскәләрҙең
Алһыу йөҙөн йәшләп үбергә.

Иҫ, иҫ шәфҡәт менән, йомшаҡ елем!
Аҡ ынйылар яуҙыр болоттан!
Һаҡла орлоҡ һипкән ер күкрәген,
Төрлө афәт, ҡоро-ҡыулыҡтан!

Миллион өмөт биргән орлоҡтарым
Баш күтәрһен, емгә тулһындар!
Үҫһен тулҡынланып ашлыҡтарым,
Туйһын ас илдәрем, туйһындар!

1922



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
Времена года
Прочитано 2957 раз(а)
Перейти к содержанию: Даут Юлтый, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]