Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай... - Рами Гарипов, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 03.12.2016
Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...


Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде...
Алыҫ-алыҫ йондоҙ —
Һиңә ул ҡыҙ,
Төшөңдә лә осоп етмәҫһең.
Төшөңдө лә көнләр кешең барҙа,
Төш күрергә баҙнат итмәҫһең.
Тиҙерәк һүҙҙе ситкә күсерәһең,
Кисерәһең үҙең эсеңдән!..
Бер йылмайып ҡарауы ла уның
Оло бер туй яһай хисеңдә!
Оло бер туй!..
Ләкин был туйҙың бит
Һин кейәүе түгел — ҡунағы...
Күңелдә тик моңһоу бер йыр тыуа —
Етмәгәнме һиңә шул тағы!..

1962



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
мечта, женщина
Прочитано 3194 раз(а)
Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]