Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи |
Ағас күрке — япраҡ, тиҙәр. Дөрөҫ!
Мин килешәм быға һис һүҙһеҙ. Тик кешенең күрке сепрәк булһа, Был күркәмлек, ай-һай, күңелһеҙ... Ә шулай ҙа ҡай берәүҙәр һине Кейемеңә ҡарап күрәләр, Кейемеңә ҡарап ҡаршылайҙар, Һөйләшәләр, аҡыл бирәләр. Мин ҡыҙғанам шундай әҙәмдәрҙе, Мин һыҙланам шулар өсөн дә: Их, был кейем, тимен, ниндәй күркәм, Тик кешеһе етмәй эсендә!.. 1956 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 2943 раз(а) Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |