Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Вторник, 19.03.2024
Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Шағир яуабы


Күкрәк киңлегенә һыймай шатлыҡ,
Ул урғылып сыға күңелдән.
Кисерегеҙ,
әгәр шатлыҡтарым
Күҙемдән йәш булып түгелһә.
Ғүмерем юлын данлап,
күкрәгемдә,
Ҡояш булып, орден балҡыһа,—
Мин хеҙмәтем,
уйым,
ғүмерем менән
Бурыслымын бөйөк халҡыма.
Емеше итеп
иткән хеҙмәтемдең,
Тибеүе итеп ҡайнар йөрәктең,
Һәм еңеүе итеп иптәштәрҙең,
Ҡабул итәм бөйөк бүләкте.
Хаҡлы булырмын мин,
үҙ бурысымды
Түләп бөтөрҙөм тип уйларға,—
Бар ғүмеремде
әгәр шул бүләккә
Лайыҡ яуап итеп уҙғарһам.
Был —
ҡәләмдең штыкка тиңләнеүе,
Хистәрҙең дан булып ҡалҡыуы.
...Мин йөрөткән орден, иптәштәрем,
Уртаҡ шатлыҡ булып балҡыһын!


1944



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
поэт
Прочитано 4396 раз(а)
Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]