Муса Жәлилгә - Рашит Нигмати, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 10.12.2016
Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Муса Жәлилгә


Һин ҡайтманың, Жәлил,
ҡанат итеп,
Һинең йөрәгеңдең ялҡынын,
Нәфрәт һәм мөхәббәт йыры булып,
Һинең "Ҡошсоҡ" ҡайтты талпынып.
Йөрәктәрҙе
күмер итер төҫлө
Хәбәр алып килде ҡошсоғоң.
Мин бәхетле:
уттай хәбәрҙән дә
Янып көл булманы дуҫлығым.
Ҡошсоҡ әйтте:
— Уның баш осонда
Ҡайғы баҫып тора төрмәлә.
Мин шатлығың булып баҫыр инем,
Әгәр бара алһам эргәңә.
Яңы йылды беҙ күп ҡаршыланыҡ,
Һин булманың, Жәлил, табында.
Илай-илай ҡосор инек,
булһаң
Ғаиләң һәм дуҫтарың янында.
Тоғро булды Жәлил
байрағына
Ҡаны менән яҙған антына.
Беҙ ышандыҡ:
йөҙ йәшлеге булһа,
Барын бирер ине халҡына.
Ҡалды теләк:
батыр был шағирҙың
Еңел булһын ауыр тупрағы.
Тупрағыңдың ауырлығын, Жәлил,
Күтәрешә һинең дуҫтарың.
Ләкин тупраҡ күмә алманы һис
Ялҡынлы йыр тулы күңелде.
"Был үлем" тип әйтеп булмай, Жәлил,
Үҙең үлтерҙең һин үлемде.

1956



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
поэт
Прочитано 2372 раз(а)
Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]