Халҡым өсөн - Шайхзада Бабич, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 10.12.2016
Главная » Произведения » Шайхзада Бабич » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Халҡым өсөн


Ап-аҡ алтын йырҙарымды
Йырламайым данлыҡ өсөн;
Йырлаймын алтын илем өсөн,
Үҙ туған халҡым өсөн.

Саф көмөштәй йырҙарымды
Йырламайым алтын өсөн;
Йырлайым тик саф көмөштәй
Саф йөрәк халҡым өсөн.

Сәскә төҫлө йырҙарымды
Йырламайым зауҡым өсөн;
Йырлайым тик сәскәләй
Ҡыҙҙарға бай халҡым өсөн.

Дәртле ҡайнар йырҙарымды
Йырламайым дәртем өсөн;
Йырлайым тик мәңге шат,
Дәртле, көләс халҡым өсөн.

Иламайым мин көндәрем
һырғаҡ, һыуыҡ һалҡын өсөн;
Илайым тик ярлы, меҫкен,
Ҡыҙғаныс халҡым өсөн.

Йәш сағым, алтын сағым,
Ялҡын сағым булһын фиҙа
Халҡым алдында минең
Биргән таҙа антым өсөн.

1914



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
жизнь, башкиры, люди, поэт
Прочитано 5782 раз(а)
Перейти к содержанию: Шайхзада Бабич, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]