Главная » Произведения » Зайнаб Биишева » Стихи |
Ниңә күрҙем, ниңә яраттым мин,
Ниңә күңелемде яуланың? Ниңә һинең моңһоу күҙҙәреңдән Күҙҙәремде ала алманым? Ниңә килмәнең һин иртәрәк? Ниңә һине күптән күрмәнем? Fүмеремдең наҙлы минуттарын Ниңә һинең менән бүлмәнем? Күпме тыям бәйһеҙ йөрәкте, Ярамай, ҡуй, уны һөймә, тип. Алыҫтағы ҡояш йылыта алмай, Уның өсөн янма, көймә, тип. Тик ҡайҙа һуң!.. Һөйгән йөрәктәрҙе Айыра торған кәртә бармы ни?! Һөйөү-һөйөлөү тулҡын-тулҡын булып Ярһып килә, иртә яҙмы ни... 1955 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 3529 раз(а) Перейти к содержанию: Зайнаб Биишева, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |