Главная » Произведения » Мустай Карим » Стихи |
Өс мөғжизә мине әсир алды —
Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше. Өс сер мине уйға, шомға һалды — Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше. Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға. Төбө күренер бына асылыр ҙа. Ҡатын кеше генә Асылмаҫ сер, Тылсым булып ҡалыр асылында. 1977 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 8616 раз(а) Перейти к содержанию: Мустай Карим, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |