Главная » Произведения » Мустай Карим » Стихи |
Зая үткәндә, түлһеҙ хыялдарҙы
"Төтөн" тибеҙ, тимәк, буш, тибеҙ. Көҙгө урманда бына усаҡ яҡтым, Усағыма рәхим итегеҙ. Тартынмағыҙ. Йылыһын да бирәм, Яҡтыһын да бирәм ҡуш ҡуллап. Тик тыңлағыҙ — ҡалай йырлай ялҡын, Ҡалай илай төтөн, һулҡылдап. Ғүмер баҡый ут эсендә булдым — (Буләкме был әллә язамы?) ...Күрҙем, ялҡын — яныу ҡыуанысы. Белдем, төтөн — яныу ғазабы. 1978 Стихи ко Дню Победы Показать похожие стихотворения | |||
| |||
Прочитано 1979 раз(а) Перейти к содержанию: Мустай Карим, Стихи
|
Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта | |