Һыҙланма, дуҫ! - Зайнаб Биишева, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 03.12.2016
Главная » Произведения » Зайнаб Биишева » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Һыҙланма, дуҫ!


Һыҙланма, дуҫ, ғәйбәт оҙон телле,
Әммә ҡыҫҡа уның ғүмере.
Күрмәйһеңме, ғәйбәт ҡапсығының
Йөҙө ҡара, биле көм(ө)рө.
Күлдәгенә йөрәк кере һеңгән.
Йән биҙҙергес йәмһеҙ йөрөшө.
Ғәйбәт менән ярап, еңел йәшәү —
Өлөшөнә төшкән көмөшө.
Бәхетһеҙ ул — иблис кеүек ул да
Хаҡлыҡ донъяһынан һөрөлгән.
Сәбәләнеп йәшәй күкрәгендә
Быҫҡып ятҡан зәһәр һөрөмдән.

1968



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
Друзья, жизнь
Прочитано 1646 раз(а)
Перейти к содержанию: Зайнаб Биишева, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]