Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Пятница, 20.10.2017
Главная » Произведения » Мустай Карим » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Рус түгелмен, ләкин россиян мин


Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россияның һыуын эскәнмен,
Сағылдарҙа имән нисек үҫһә,
Мин был ерҙә шулай үҫкәнмен.

Хаҡлымындыр, тимен, үҙемде әгәр
Сағыл имәненә оҡшатһам, —
Тамырҙарым бит дүрт быуат әүәл
Мәскәү менән барып тоташҡан.

Замандар бик хәтәр мәлдә
Мәскәү
Дуҫлыҡ ауазымды ишеткән,
Һәм рус халҡы минең яҙмышымды
Үҙе яҙмышына иш иткән.

Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россиян мин — ниндәй ғорурлыҡ!
Биш ғүмерең миңә кәрәк түгел,
Бер яҙмышым шуға торорлоҡ.

Рус һәм башҡорт юлда һәр саҡ
юлдаш,
Табындаштар оло байрамда,
Яуҙа яуҙаш, дандаш һәм ҡәберҙәш
Изге һуғыш үткән майҙанда.

Салауаттың утлы ирендәре
Пугачевты үпкән сағында,
Беләм, миңә мөхәббәтең артҡан,
Рус туғаным, һинең ҡанында.

Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Совет Ватанының улымын.
Ниндәй яҡты бейеклектәренә бөгөн
Күтәреләм йәшәү юлының!

Күнелемдә минең көн сыуағы,
Күҙҙәремдә — ҡояш нурҙары,
Йөрәгемдә — мең йыл тотконлоҡто
Үтеп сыҡҡан өмөт йырҙары.

Ерҙә нисек мин ныҡ баҫып торам,
Ниндәй иркен алам һулышты!
Шуларҙың бит мин бөтәһе өсөн,
Рус туғаным, һиңә бурыслы!

һин тәм бирҙең минең икмәгемә,
Һин тат бирҙең эскән һыуҙарға.
Ер йөҙөндэ күпме халыҡтар йәшәй,
Туған иттең мине шуларға.

Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россиян мин — ниндәй ғорурлыҡ!
Ун ғүмерең миңә кәрәк түгел,
Бер яҙмышым шуға торорлоҡ!



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
башкиры, Башкирия, Россия
Прочитано 46632 раз(а)
Перейти к содержанию: Мустай Карим, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]