Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Вторник, 19.03.2024
Главная » Произведения » Рашит Нигмати » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Мәскәүгә минең бүләгем


Мин Мәскәүгә барам.
Ҡулдарыма
Ниндәй бүләк тотоп барырға?
Тыуған ерем — хазиналар ере,
Ҡайһы хазинаны алырға?
Алырғамы ат башындай алтын,
Йәки бер көлтәһен арыштың,
Йә Бөрйәндең тәмле йүкә балын
Йәки ҡуйы нефтен Нарыштың?
Әллә алырғамы бүләк итеп
Ферма һөттәренең ҡуйыһын,
Әллә бүләк итеп алырғамы
Сәскәләрен Иҙел буйының?
Ләкин
кемгә етһен был бүләктәр?
Мәскәү тулы минең дуҫтарым.
Шуға күрә
тыуған еремдең мин
Алам бары бер ус тупрағын.
Шул тупраҡта —
иген диңгеҙҙәре,
Нефть күлдәре — шуның аҫтында.
Ошо тупраҡ уҙе балдай татлы,
Ошо тупраҡ ҡиммәт алтындан.
Ферма көтөүҙәре шунда йыя
Һөттөң ҡаймаҡ һымаҡ ҡуйыһын,
Хуш еҫтәрен шул тупраҡтан ала
Сәскәләре Иҙел буйының.
Яуҙарҙа яҡлаған уны халҡым
Һәм данлаған уны йырҙарҙа.
Ошо тупраҡты ул
әсе тире
Һәм һөйөүе менән һуғарған.
Алып барамын мин шул тупраҡты
Һәм шатланам шуға уйымдан:
Барығыҙға ла өлөш тейер, дуҫтар,
Һөйөү тип аталған тойғонан.

1955



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
Башкирия, природа
Прочитано 10840 раз(а)
Перейти к содержанию: Рашит Нигмати, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]