Саған - Рами Гарипов, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 10.12.2016
Главная » Произведения » Рами Гарипов » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

Саған


Күрә күктән көҙгө ҡояш:
Бойоға бер ҡарт саған.
Бар япрағын ҡойһа ла ул,
Ос япрағын һаҡлаған.

Һаман да ул нурға туймай,
Күҙ төбәгән ҡояшҡа.
Ә ҡояшы һирәк ҡарай,
Йылытмай инде башҡа.

Өҙгөләй ел ос япрағын,
Һәм ҡыраулы көҙгө төн.
Ә ул һаман йәшел әле,
Һаман өҙмәй өмөтөн!..

1953



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
природа
Прочитано 1137 раз(а)
Перейти к содержанию: Рами Гарипов, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]