О мөхәббәт!.. - Мустай Карим, Стихи - Башкирский язык, башкирские песни, башкирский переводчик онлайн
Приветствую Вас, Гость! Регистрация RSS
Суббота, 10.12.2016
Главная » Произведения » Мустай Карим » Стихи

Башкирский Сайт теперь вконтакте, вступить

О мөхәббәт!..


О мөхәббәт! Күпме йыуаштарҙы
Батыр яһап, солтан ир иттең.
Саҡма таштай ҡаты ҡатындарҙы
Балауыҙҙан былай иреттең.

О мөхәббәт! Күпме сәсән ирҙе,
Мәжнүн яһап, телһеҙ тилмерттең,
Телдән яҙған өнһөҙ ҡатындарға
Һандуғастай һайрар тел бирҙең.

О мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙы
Донъя тамуғында яндырҙың.
Аҙмы исемдәрҙе, күккә яҙып,
Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың.

1973



Стихи ко Дню Победы


Показать похожие стихотворения
Искать стихи на тему:
любовь
Прочитано 5279 раз(а)
Перейти к содержанию: Мустай Карим, Стихи


Напишите в комментариях, какой стих вы ищете, и он обязательно появится на страницах нашего сайта
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]